Бөтә донъяға билдәле LEGO уйынсыҡтар компанияһы Европала үҙенең дүртенсе етештереү заводын Португалияла төҙөргә ниәтләй. Дания компанияһы яңы проектты тормошҡа ашырыуға 1 миллиард евро һаласаҡ.

Завод Португалияның Эстарреха ҡалаһында төҙөләсәк. Төҙөлөш эштәрен киләһе йылда башлау планлаштырыла, ә етештереү комплексы 2030 йылда сафҡа инәсәк, проект сиктәрендә меңдән ашыу кешене эш менән тәьмин итәсәк заманса автоматлаштырылған технологиялар менән йыһазландырылған предприятие булдырыласаҡ.

Яңы етештереү комплексы 60 гектар майҙанды биләйәсәк. Ябыҡ етештереү һәм башҡа объекттарҙың дөйөм майҙаны 115 мең квадрат метр тәшкил итәсәк. Предприятиела етештерелгән уйынсыҡтар Европа, Яҡын Көнсығыш һәм Африка илдәре баҙарына оҙатыласаҡ.

Әле Европала Данияла, Венгрияла һәм Чехияла LEGO етештереү объекттары эшләй. Португалияла төҙөләсәк яңы завод компанияның төбәктәге етештереү ҡеүәтен тағы ла арттырасаҡ.

Айырым деталдәрҙән йыйылған LEGO төҙөлөш комплекттары төрлө йәштәге балалар араһында бик популяр һәм ижади һәм дизайн оҫталығын үҫтереүгә булышлыҡ итә.