НАСА-ның Curiosity роверы Ҡыҙыл планетала саф көкөрт тапҡан. Был асыш Марстың геологик үткәнен өйрәнеү өсөн мөһим һәм уның өҫтөндә быға тиклем бында табылмаған минераль матдә табылыуына ишаралай.
Ваҡиға 2024 йылда була, артабан Марстағы ҙур ҡая өҫтөнән йөрөгән алты тәгәрмәсле Curiosity автомобиле уны ярып, һары кристалдарҙы асып һала. Артабанғы фәнни тикшеренеүҙәр был кристалдарҙың саф көкөрттән тороуын раҫлай.
Быға тиклем ғалимдар Марста составында көкөрт һәм кислород булған төрлө минералдар тапҡан. Әммә саф көкөрт тәүге тапҡыр асыҡланған. Билдәләнеүенсә, асыш яһалған ҡаялы ерҙең майҙаны яҡынса 2100 квадрат километр тәшкил итә. Тикшеренеү һөҙөмтәләре Science ғилми журналында баҫылып сыҡты.
Ғалимдар фекеренсә, Марста көкөрт запастары бынан 2,8–3,1 миллиард йыл элек барлыҡҡа килергә мөмкин булған. Был шул осорҙа планетала булған вулкан атылыуҙары менән бәйле, тип фаразлана. Вулкан эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән составында көкөртлө газдар ер аҫты ҡатламдарында һаҡланып ҡалыуы, артабан баҫым һәм химик реакциялар тәьҫирендә таҙа көкөрт кристалдары барлыҡҡа килеүе ихтимал.
Белгестәр был асыш Марстың геологик тарихын аңлау өсөн яңы мәғлүмәттәр бирә, тип билдәләй. Шул уҡ ваҡытта планетала саф көкөрттөң табылыуы унда ҡасан да булһа йәшәйеш булғанын аңлатмауы айырыуса һыҙыҡ өҫтөнә алына.





